Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 4:15 - Инжил

15 Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Бәлки, Мәсихтә меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, мин Ғайса Мәсихтә атайығыҙ булдым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 4:15
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эш башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ.


Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ.


Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан.


Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!


Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, үҙ хоҡуҡтарымды бөтөнләй файҙаланмайым, был хеҙмәтте бушлай атҡарам.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам.


Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.


Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.


Ә инде иман килгәндән һуң, беҙ башҡаса тәрбиәсе ҡулы аҫтында түгелбеҙ.


Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.


Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Ысын имандаш улым Титҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Мин, Павел, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы.


Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ