Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 3:9 - Инжил

9 Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 3:9
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Шул саҡта Ғайса шәкерттәренә: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Ғайса ул «һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».


Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.


Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек.


Унда тамыр йәйеп һәм төпләнеп, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм һәр ваҡыт бар күңелегеҙҙән рәхмәтле булығыҙ.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ