6 Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.
Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.
Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр ҡылғанын, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.
Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты.
Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә
Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.
Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе.
Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,
Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.
Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.
Павел булһынмы, Аполлос, Кифа йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке.
Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим.
Мин ирекле түгелме ни? Әллә илсе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте күрмәнемме йә һеҙҙең Мәсихтеке булыуығыҙ минең хеҙмәтемдең емеше түгелме?
иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм нығынған хәлдә
сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.