Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 3:3 - Инжил

3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 3:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.


Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.


Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.


Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.


Әгәр берегеҙ: «Мин – Павел яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы» ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ эш итәһегеҙ түгелме?


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!


Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек.


Ҡайҙа көнсөллөк һәм мин-минлек, шунда тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эш хөкөм һөрә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ