14 Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ.
Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эш башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.
Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.
Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр.
Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?
Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;
Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:
Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.