Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 3:12 - Инжил

12 Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 3:12
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.


Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.


Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих.


һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ, иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән,


Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай.


Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Уның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.


Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ