11 Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих.
Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.
Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.
Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы,
Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.
Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».
Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп,