Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 3:10 - Инжил

10 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 3:10
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен.


Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте.


Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша,


Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем.


Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих.


Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки Раббыныҡы булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора.


Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Архипҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.


Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш.


Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны.


Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.


Ҡала диуарының нигеҙ ташы төрлө аҫылташтар менән биҙәлгәйне: беренсе нигеҙе – йәшмә, икенсеһе – зәңгәр яҡут, өсөнсөһө – халцедон, дүртенсеһе – зөбәржәт,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ