Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 2:8 - Инжил

8 Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Был донъялағы бер генә хаким да шул аҡылға төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 2:8
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


[Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.


Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.


– Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни?


Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.


Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы.


– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ.


һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам.


Уларҙың, үҙһүҙле һәм бәғерһеҙ булғанлыҡтан, аңдары томаланған. Улар Алланы белмәй, белергә лә теләмәй һәм Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгән.


Имандаштарым, данлы Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, һәр кемгә тигеҙ ҡарағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ