Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 2:4 - Инжил

4-5 Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4-5 Иманығыҙ әҙәм аҡылына түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 2:4
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Агриппа: – Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Вәғәзләгәндә, Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, зирәк һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгелмен.


Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм зирәклек күрһәтергә тип уйламаным.


Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.


Сөнки Алла батшалығы һүҙҙә түгел, ҡеүәттә.


сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.


Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм.


сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Алла ҡөҙрәте, Изге Рух һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнлегебеҙҙе беләһегеҙ.


Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ