Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 2:15 - Инжил

15 Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтөн нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтә нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 2:15
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер.


Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине.


Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухи тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы әмере икәнен таныһын.


Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсих юлындағы сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.


Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.


Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.


Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ