Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:6 - Инжил

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта ҡышты ла һеҙҙә сығырмын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.


Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.


Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ.


Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.


Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға етерлек кәрәк-яраҡ биреп, именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.


Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.


Һинең яныңа Артемды йәки Тихикты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополгә килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ