5 Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне. – Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.
сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.
Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр.
Раббы ихтыярында булһа, оҙаҡламай һеҙгә килермен һәм әле маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен түгел, ә ҡеүәтен һынап ҡарармын.