24 Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтекеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.
24 Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтәгеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.
Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!
Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.
Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!
Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?
Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.