22 Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!
Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел.
– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.
Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.
Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр.
Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер.
Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.
Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек.
Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем.
Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.
Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын.
Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша.
Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.
Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды.
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.
Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.
Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!