Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:15 - Инжил

15 Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:15
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.


Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.


Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам,


Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.


Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.


Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ.


Хәйер, уларҙан тыш мин Стефан өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем.


Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.


Мин Стефандың, Фортунаттың һәм Ахаиктың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне.


Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар.


Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ