14 Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
14 Бөтә нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!
Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.
Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.
Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ.
Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.
Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ,
Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.
Ә хәҙер Тимофей янығыҙҙан ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк осрашырға теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде.
Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.
Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.
Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә.
Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.