13 Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.
Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.
Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.
Данлы бөйөклөгөнөң байлығы менән кешенең күңелендә Үҙ Рухы аша нығынырға ҡеүәт бирһен,
Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.
Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.
Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.
Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.
Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.
Һеҙҙең Раббыла ныҡ тороуығыҙ беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй.
Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ.
Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.
Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.
Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын.
Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.
Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;
Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй.
«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»