Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:11 - Инжил

11 Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға етерлек кәрәк-яраҡ биреп, именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:11
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Йәһүҙә менән Сила Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Иерусалимға, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты.


Янығыҙға Тимофей килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.


Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта ҡышты ла һеҙҙә сығырмын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.


Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.


Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул.


Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын.


Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ