Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 16:1 - Инжил

1 Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 16:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар Клавдий заманында булды).


Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.


Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне.


Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.


– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.


Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.


Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.


Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.


Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм.


Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырыштым.


сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм.


Һинең ошо мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша сафланды.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ