8 барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде.
8 Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде.
Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама.
«Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. –
Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине.
Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте.
Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш руханиҙар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскыға барғанда,
Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп, шулай ук Мине күреүеңдең һәм һиңә тағы күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп ҡуйырға килдем.
Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.
Мин ирекле түгелме ни? Әллә илсе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте күрмәнемме йә һеҙҙең Мәсихтеке булыуығыҙ минең хеҙмәтемдең емеше түгелме?