7 унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде,
7 унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде.
Шунда уҡ тороп, Иерусалимға ҡайтҡандар һәм унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың йыйылышып тороуын күргәндәр.
Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була. – Именлек һеҙгә! – тигән Ул.
Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән.
Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.