57 Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.
Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!
Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.
Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –
тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.
Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.
Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!
бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.
Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.
Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса, үҙҙәренең йәндәрен аяманы.
Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.