56 Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун.
56 Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун.
Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
– Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.
Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.
Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була.
Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.
Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.
Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,