51 Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –
51 Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –
Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.
Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата.
Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды!
Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде),
Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.
Шулай итеп, беҙҙе һәр береһе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.
Беҙ, был «ҡыуыш»та саҡта, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейем кейергә ашҡынып, ыңғырашабыҙ,
Эйе, беҙ донъялағы «ҡыуыш»ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ.
Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.
Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе.
Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм.
Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.