Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:45 - Инжил

45 Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:45
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ.


Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.


Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Минең тәнемде ашап, Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.


Мине Атам – мәңге тере Алла ебәрҙе һәм Мин Уның арҡаһында йәшәйем. Шулай уҡ Минең тәнемде ашаусы ла Минең арҡала йәшәйәсәк.


Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.


Симон Петр: – Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.


Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк.


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.


Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Әммә тәүгеһе Рухтан яңыртылғаны түгел, ә ерҙәге, шунан һуң ғына Рухтан яңыртылғаны килә.


Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.


Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Икенсе фәрештә кәсәһен диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды.


Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.


Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ