36 Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит.
Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң?
Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән: – Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә!
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.
Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.
Һин, сәскән мәлдә, буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡ – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең.
Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ.
Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?