Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:34 - Инжил

34 Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:34
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.


Ҡатын: – Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы. – Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса.


Кешеләр, ниңә һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен ышанмаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ?


Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.


Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.


Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым.


Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?


Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.


ә яҡтылыҡта асылған бар нәмә үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Һине Мәсих балҡытыр!» – тип әйтелгән.


Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ