Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:31 - Инжил

31 Мин көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым. Имандаштар, был минең һеҙҙең менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә ғорурланыуым кеүек үк хаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Мин көн һайын үлемдең күҙҙәренә тура ҡарайым. Имандаштар, был минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә һеҙҙең менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:31
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым.


Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ