Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:23 - Инжил

23 Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:23
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.


Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды!


ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңгелек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ.


Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.


Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.


Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке.


Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


һәм нисек тә булһа үленән терелеүгә өлгәшергә өмөтләнәм.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ