Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:2 - Инжил

2 Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:2
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.


Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды.


Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте.


Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.


Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.


Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була.


Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.


Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.


Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.


Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?


Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.


Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ