Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:10 - Инжил

10 Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:10
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала.


Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Шулай итеп, минме, улармы, беҙ барыбыҙ ҙа бер үк нәмәләрҙе вәғәзләйбеҙ, һәм һеҙ иманға килдегеҙ.


Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Сөнки Петрҙы сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе.


Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.


Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.


Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.


Беҙ, үҙебеҙ ынтылған тормошҡа өлгәшеү өсөн, бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтөн кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы мәңге тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ