Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 15:1 - Инжил

1 Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 15:1
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәүсенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән Һүҙ хөкөм итәсәк.


Илселәр һәм Йәһүҙиә буйлап йәшәгән иман тотоусылар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте.


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.


Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.


Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.


Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.


Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ