Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:5 - Инжил

5 Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә иң яҡшыһы – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә унан да бигерәк – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:5
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.


Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ.


Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ