40 Ләкин бөтөн нәмә лә килешле булырға һәм тәртип һаҡланырға тейеш.
40 Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш.
Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.
Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.
Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам.
Бойороғома ярашлы рәүештә, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтөн ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.