36 Алла һүҙе һеҙҙән сыҡтымы ни? Әллә һеҙгә генә килдеме?
Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине.
Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.
Әгәр берәй нәмәне белергә теләйҙәр икән, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки берҙәмлектә ҡатын-ҡыҙға һүҙ һөйләү әҙәпһеҙлек һанала.
Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухи тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы әмере икәнен таныһын.
Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?
Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахаия өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, өҫтәп нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.