32 Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона,
Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине.
Бөтәгеҙ ҙә өйрәнһен, һәм бөтәгеҙҙең дә күңелен күтәреү өсөн бер-бер артлы пәйғәмбәрлек итә алаһығыҙ.
сөнки Алла тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә именлек Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек,
Раббының көнө етеүе тураһында Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ.
Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.
Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.