Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:20 - Инжил

20 Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:20
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!


ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.


Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.


– Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.


Имандаштар, һеҙҙең белеүегеҙҙе теләйем: күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләһәм дә, әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрай килдем. Минең, башҡа халыҡтар араһындағы кеүек, һеҙҙә лә хеҙмәтемдең уңышын йыйғым килә.


Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем.


Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.


Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.


Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам.


Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ