Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:2 - Инжил

2 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:2
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


– Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.


Улар бүтән телдәрҙә Алланы ололап маҡтағандарын ишетте. Шул ваҡыт Петр:


Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы.


Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.


Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған тәрилкәләр сыңы.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!


Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –


Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.


Мин быны, улар мөхәббәттә берләшеп, рухтарының күтәрелеүе һәм тулыһынса танып белеүҙең бөтә байлығына эйә булыуҙары өсөн эшләйем. Шул рәүешле улар Алланың серен – Мәсихте танып белер.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


иманыбыҙҙың серле асылын саф намыҫ менән һаҡларға тейеш.


Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ