17 Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ.
Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.
Аллаға шөкөр, мин бүтән төрлө телдәрҙә бөтөнөгөҙгә ҡарағанда ла күберәк һөйләй алам.
Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта.
Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә иң яҡшыһы – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит.