Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:16 - Инжил

16 Рухың менән генә шөкөр иткәндә, һүҙҙәреңә төшөнмәгән кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:16
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.


Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.


Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.


Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр.


шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».


Мин дә шул телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.


Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтекеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.


Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.


Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти: – Эйе, тиҙҙән киләм. Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!


Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.


Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ