Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:15 - Инжил

15 Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:15
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.


Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме?


Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)


Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.


Әммә уның әһәмиәте юҡ. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға ҡыуанам һәм ҡыуанасаҡмын ғына,


Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер.


Мин дә шул телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала.


Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ