13 Шуға күрә, бүтән төрлө телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын.
13 Шуға күрә бүтән телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын.
Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.
Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.
Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды.
Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.
Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы?
Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән һәләттәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ һәләттәр менән байырға тырышығыҙ.
Мин дә шул телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала.
Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.