Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:1 - Инжил

1 Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән һәләттәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү һәләтенә ынтылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән бүләктәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләгенә ынтылығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:1
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын.


Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ.


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды.


Изге Рух тарафынан бирелгән һәләттәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһындағы күҙаллауҙарығыҙҙың аныҡ булыуын теләйем.


Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Тимәк, бүтән төрлө телдәр иманлы кешеләр өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә. Пәйғәмбәрлек итеү иһә иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн.


Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухи тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы әмере икәнен таныһын.


Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ.


Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.


Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарына хеҙмәтсе кеүек булған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.


Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.


Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ