Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 13:7 - Инжил

7 Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 13:7
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.


Беҙ ҡотолдоҡ, әммә был әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күрергә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай. Сөнки үҙе күргән нәмәгә кем өмөтләнһен?


Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.


Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.


Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға,


Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы!


Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.


Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, ваҡытлы йәшәү урынынан ситкә, Уның янына сығайыҡ.


Һынау аша уҙған кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ