Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 13:12 - Инжил

12 Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге, серле һүрәттәге кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә иһә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулы беләсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 13:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.


Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам.


Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным.


Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.


Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.


Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит.


Барыһына ла өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булған һымаҡ, мин дә быларҙың барыһына ла эйә булырға тырышам.


Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш:


Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.


Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ