Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:8 - Инжил

8 Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:8
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ.


Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит.


Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның аңына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.


Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.


Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек.


Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.


сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,


Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ