6 Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.
6 Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра.
– Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.
Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.
Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк.
Бөтөн нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ.
Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим.
Алла – бер, Ул барыһының да Атаһы. Ул барыһынан да өҫтөн, барыһы аша эш итә һәм һәр кемдең булмышында бар.
Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.
Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.
Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.
Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.