5 Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк.
Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки Уҡытыусығыҙ бер – Мәсих.
Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы.
Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк.
Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.
Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.