Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:28 - Инжил

28 Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:28
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,


Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей,


Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ.


Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.


Бөтөнөһө лә илселәрме? Бөтөнөһө лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтөнөһө лә өйрәтеүселәрме? Бөтөнөһө лә мөғжизә тыуҙырыусылармы?


Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы?


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта.


Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә иң яҡшыһы – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


Яҡшы етәкселек итеүсе өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.


Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


Бөтөн етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ